Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2025, 08:28

Хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив эшләгән

Өфөлә Менделеев урамындағы 173-сө йорт янында йәшәүселәр шаҡ ҡатырғыс күренешкә шаһит була: уларҙың ихатаһына ярҙам һорап ҡысҡырып бер ир йүгереп килә, әммә уны икенсеһе шунда уҡ ҡыуып етеп, машинаға һөйрәп индереп, билдәһеҙ йүнәлештә алып китә. Был ваҡиға домофондың камераһына эләгә. Ирҙе урлаған кешеләрҙе асыҡлағандар, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив эшләгәнХоҡуҡ һаҡлау органдары оператив эшләгән
Хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив эшләгән

Өфөнөң Совет районы буйынса тәфтиш бүлеге Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 126-сы статьяһының 2-се бүлегенең "а", "в" пункттарында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ике иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата.

Ағымдағы йылдың 31 ғинуарында киске ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдарына Менделеев урамындағы йорттарҙың береһендә ике билдәһеҙ кешенең ирҙе туҡмауы һәм урлауы тураһында хәбәр килә. Тикшереү комитеты тәфтишселәре һәм республика Эске эштәр министрлығы оперативниктарының берлектәге эше барышында урланған кешенең ҡайҙалығын, шулай уҡ ғәйепләнеүселәрҙең шәхестәрен асыҡлау мөмкин була.

Тикшереү версияһы буйынса, ағымдағы йылдың 31 ғинуарында киске ваҡытта ике ир кешене туҡмап, көсләп үҙ автомобиленә ултыртып алып китә. Әлеге ваҡытта енәйәттең сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тәүге тикшереү эштәре алып барыла.

Фото: "Честно говоря" телеграм-каналы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас