Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2025, 05:15

Тағы ла рекорд!

Беҙ рекорд ҡуйырға яратабыҙ. Хатта ғәҙәтләнеп тә киттек. Беҙҙең менән бергә рекордты... 

Тағы ла рекорд!Тағы ла рекорд!
Тағы ла рекорд!

...Тәбиғәт тә ҡуя. Көн торошо буйынса рекорд тураһында һүҙ. Ҡыш уртаһында "+" күрһәткесе һис тә яҡшы түгел. Кисә Өфө-Дим аэрологик станцияһында абсолют максимум теркәлгән: +1,4 градус булған. Бығаса рекорд 2021 йылда ҡуйылған. Ул саҡта 30 ғинуарҙа +1,3 күрһәткән. Дөйөм алғанда, кисә Башҡортостанда көн +2-гә тиклем йылытҡан.

Ялдарҙа ла аномаль йылылыҡ һаҡлана. Белгестәр әйтеүенсә, температура норманан 10 - 12 градусҡа юғарыраҡ.

Шаҡайҙа нисек булыр?

фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас