Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Января 2025, 06:45

Изге Ҡөрьән китабын яндырған әҙәм

2023 йылда Швецияла Изге Ҡөрьән китабын яндырыу акцияһын ойошторған Салван Момиканы үлтергәндәр. 

Изге Ҡөрьән китабын яндырған әҙәмИзге Ҡөрьән китабын яндырған әҙәм
Изге Ҡөрьән китабын яндырған әҙәм

Стокгольмдың үҙәк майҙанында Ҡөрьәнде яндырыу акцияһын үткәргән Салван Момика TikTok-та тура эфир барышында үҙ фатирында атып үлтерелә. Төн уртаһында күршеләре уның фатирында атыш тауышын ишетеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтырата. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе үле килеш таба.

38 йәшлек блогерға бөгөн хөкөм ҡарарын сығарырға тейеш булалар, әммә үлеме сәбәпле ҡарар киләһе аҙнаға күсерелә. Полиция тикшереү алып бара һәм Салванды үлтереүҙә ғәйепләнгән биш кешене ҡулға алған да инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Салван Момика исламға ҡаршы протест белдереп, Ҡөрьәнде яндырыу акциялары менән билдәлелек яуланы. Ошондай ғәмәлдәренән һуң уны эҙәрлекләйҙәр, ә тыуған ҡалаһы Эль-Куфала (Ираҡ) уның башы өсөн 2 миллион доллар һәм алтын Ҡөрьән вәғәҙә ителгәйне.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас