Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2025, 18:46

Ҡот осҡос хәл: Бер псих 16 йәшлек ҡыҙҙы эҙәрлекләгән

Ҡыҙҙы үлем хәленә еткерә яҙған геймер. 

Ҡот осҡос хәл: Бер псих 16 йәшлек ҡыҙҙы эҙәрлекләгәнҠот осҡос хәл: Бер псих 16 йәшлек ҡыҙҙы эҙәрлекләгән
Ҡот осҡос хәл: Бер псих 16 йәшлек ҡыҙҙы эҙәрлекләгән

Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы суицид яһарға этәргән геймерҙы ҡулға алғандар. Новгород өлкәһенән 20 йәшлек егет ҡыҙҙы эҙәрлекләүен таный.

Егет 16 йәшлек ҡыҙ менән Интернет селтәрендәге компьютер уйындарының береһендә ҡатнашҡанда таныша. Шунда уҡ ул ҡыҙҙың шәхси мәғлүмәттәрен һорашып ала. Һуңынан уйын арҡаһында ҡыҙға асыуланып, енәйәтсе интернет селтәрендә һәм ҡыҙҙың таныштары араһында үҫмер тураһында ялған мәғлүмәт тарата башлай. Ҡыҙҙың исеменән ялған телеграм-каналын булдыра, унда йәнлектәрҙе язалау видеояҙмаларын ҡуя. Һуңынан Өфө ҡалаһы буйлап уның тураһында ҡурҡыныс мәғлүмәттәр теркәлгән листовкаларҙы йәбештереү өсөн кешеләрҙе яллай.

Ҡыҙҙың һәм уның яҡындарының тормошон тамуҡҡа әйләндерә...

Фигурант йәшәгән урынында полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола. Әлеге ваҡытта ул Өфөгә килтерелгән һәм ҡылған ғәмәлен таныған. Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе РФ Енәйәт кодексының 30 һәм 110-сы статьяларында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Геймер һаҡ аҫтына алынған. Полиция енәйәт эшен тикшереүҙе оператив рәүештә дауам итә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас