РФ Милли банкының Башҡортостан буйынса идарасыһы Марат Кашапов журналистарға һөйләүенсә, ҡағыҙ аҡсаларҙы мутлашыусыларҙан һаҡлау (ялған аҡса баҫыу күренеше һирәк түгел, үкенескә) маҡсатында алмаштырып торалар. Быйыл 1000 һумлыҡты яңыртыу күҙаллана. Унда Салауат Юлаев һәйкәлен төшөрөү өмөтө лә бар икән. Беләһегеҙ, ул Рәсәй банкы 5000 һумлыҡтың дизайны өсөн үткәрелгән тауыш биреүҙә шорт-лист исемлегенә индерелде.
Фото: Юлай Кәримов (архив)