Башҡортостан Башлығы фонды булышлығында "Твердая почва" хәйриә фонды тарафынан ойошторолған ""Путешествуем не зря" Инклюзив ғаилә туры"нда бер төркөм физик мөмкинлеге сикләнгән кеше ҡатнашты.
"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә ярҙам итә бындай саралар.
Әлеге сәйәхәттә Кушнаренко тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына, ауылдың тарихи урындарына барғандар. Әйткәндәй, музей инвалидтар өсөн тулыһынса уңайлы мөмкинлектәр булдырған.
Туристар тағы бер тарихи урында булған - Топорниндар усадьбаһы архитектур һәйкәл булараҡ ҡиммәтле. Гүзәл тәбиғәт, парк, Ағиҙел буйы ла бик оҡшаған, тип хәбәр итәләр райондан.
Фото: Администрация муниципального района Кушнаренковский район Республики Башкортостан.