Шағирҙың тыуған яғында үткән хәтер кисәһендә "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәков конкурс еңеүселәрен тәбрикләне.
Баһалама ағзалары бер тауыштан бәйгенең төп бүләге - гран-прины Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Зилиә КҮСӘРБАЕВАҒА ("Кил" шиғыры) тапшырырға хәл итте. Учалы районынан Альбина Ғәлиева 1-се урын яулаһа, шағирҙың яҡташы Лена Вәлитова 2-се урынға лайыҡ булды. 3-сө урынды Баймаҡ таланты Көнһылыу Сөләймәнова менән Федоровканан Инсаф Маликов бүлеште. “Мосафир” оҫтаханаһы үҙенең махсус бүләген – Радмир Дәүләтбәковҡа, Ейәнсура районы хакимиәте – Руфина Маликоваға тапшырҙы. Шулай уҡ Земфира Кинйәбаева (Йылайыр) - "Ейәнсура таңдары" гәзитенең, Таңһылыу Исламғолова (Көйөргәҙе) менән Азалия Ғайсина (Күгәрсен) Башҡортостан Яҙыусылар союзының приздарын яуланы. Алһыу Аҫылбәкова (Ғафури) менән Әлиә Баһаутдинова (Сибай) "Тамашасылар һөйөүе" номинацияһында билдәләнде. Илнур Ғөбәйҙуллин (Ишембай), Зинира Түзбәкова-Кәримова (Стәрлебаш), Рәзинә Әбделғужина (Сәрлетамаҡ) һәм Гөлиә Байымоваларға (Өфө урман техникумы студенты) "БашАрт" ойошмаһы үҙ бүләген тапшырҙы.
Шулай уҡ "Йәшлек" гәзите һәр ҡатнашыусыға (Зөмәрә ИМӘСОВА, Зифа ИШМЫРҘИНА, Гөлкәй ӘЛМӨХӘМӘТОВА, Земфира ӘБҮБӘКИРОВА, Сөмбөл НУҒАЕВА, Миңлегөл ХӘСӘЕВА, Финиза ӘБДЕЛҒУЖИНА(барыһы ла Ейәнсура районынан), Гөлшат ҠАРАНАЕВА(Көйөргәҙе районы), Ғәлиә АБДУЛЛИНА (Өфө районы), Ҡәмәриә ЙӘҒӘФӘРОВА, Альбина һәм Нияз БАЙРАМҒОЛОВТАР (Бөрйән), Урал ЙОСОПОВ (Туймазы), Вилдан АБДУЛЛИН һәм Ләйсән ХАРУНОВА (Өфө урман хужалығы техникумы студенттары), Гүзәл ИШБУЛДИНА, Гөлсәсәк ВӘХИТОВА (Стәрлетамаҡ), Кирил СИБӘҒӘТУЛЛИН, Айгүзәл КӘРИМОВА (Архангель), Илсиә БАЙМӨХӘМӘТОВА (Сибай), Резеда АЙЫТҠУЖИНА (Күгәрсен)) диплом һәм иҫтәлекле бүләк әҙерләгәйне.
Кемдәр хәтер кисәһенә ҡатнаша алмаған, дипломдар һәм бүләктәр редакцияла тапшырыла. Бының өсөн 3 февралдән һуң редакция менән бәйләнешкә сығырға кәрәк.