Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2025, 07:30

Кастингҡа килегеҙ!

Һыбай йөрөй белгән балаларҙы фильмда төшөргә саҡыралар.

Кастингҡа килегеҙ!Кастингҡа килегеҙ!
Кастингҡа килегеҙ!

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Атайсал» нәфис фильмына кастингҡа саҡыралар. Кастинг 9 февралдә –  Сибайҙа, 16 февралдә Өфөлә ойошторола.

«Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 12-18 йәшлек үҫмерҙәр саҡырыла. Һыбай йөрөй һәм башҡорт телен белергә кәрәк», — тип хәбәр итә ойоштороусылар.

 «Атайсал»ға изге эштәр» нәфис фильмы үҫмерҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән . Проект сиктәрендә республиканың гүзәл урындарында, шул иҫәптән Ирәндек һыртында, Баймаҡ районының Назар ауылында, йылҡысылыҡ хужалығы һәм «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале төшөрөлә. Фильмдың сценарийын драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған.

— «Атайсал» фильмы – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән 55 йәшлек Юлайҙың, уның улы Мараттың тормошо һәм Юлайҙың фермаһында эшләп йөрөгән өс үҫмер Айҙар, Рөстәм, Шамилдың мажаралары тураһында ғаилә драмаһы, — ти фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов. — Фильм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын сағылдыра. Бында хозур тәбиғәт күренештәре һәм йолалар ғына түгел, ә үҙ эшеңә ышаныу һәм дуҫтарыңдың, ғаиләңдең, йәмғиәттең ярҙамы теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин икәнлеген күрһәтелә.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас