Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января 2025, 08:30

Фотоһүрәтеңде ебәр!

«Ватанды һаҡлаусының атаһы» күргәҙмәһе 15 февралгә тиклем фотолар көтә. 

Фотоһүрәтеңде ебәр!Фотоһүрәтеңде ебәр!
Фотоһүрәтеңде ебәр!

 

 «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы менән  республиканың «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы «Ватанды һаҡлаусының атаһы» фотопроектын ойоштора. Унда махсус хәрби  операцияла ҡатнашҡан йәки һәләк булған хәрбиҙәрҙең аталары ҡатнашасаҡ. Фотоһүрәттәрҙә атайҙар, улдарының портреттарынан тыш, улы менән ассоциацияланған предметты - уның наградалары, хәрби формаһы менән төшөргә тейеш.

Фотопроектҡа килгән фотоһүрәттәрҙән «Ватанды һаҡлаусының атаһы» күргәҙмәһе  ойоштороласаҡ. Ул  Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтә.

   Фотоһүрәттәр 15 февралгә тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусыларға анкета тултырырға һәм эштәрҙе күрһәтелгән ваҡыттан да һуңға ҡалмайынса ебәрергә кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас