Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар , 17:30

Йорт төҙөргә тотонорға мөмкин

1 марттан төҙөлөш подряды килешеүе буйынса «Әсәлек капиталы»н   шәхси йорт һалыу өсөн файҙаланырға мөмкин.  

Йорт төҙөргә тотонорға мөмкин
Йорт төҙөргә тотонорға мөмкин

 

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1 марттан «Әсәлек капиталы»н (эскроу-иҫәпте ҡулланып) төҙөлөш подряды килешеүе буйынса шәхси йорт һалыу өсөн файҙаланырға рөхсәт биргән ҡарарына ҡул ҡуйылды.

Бындай иҫәптәр менән эш өсөн хаҡы төҙөлөш тамамланғас ҡына күсерелә, был иһә подрядты намыҫлы башҡарыуҙы тәьмин итә.

Әлеге ваҡытта йорт һатып алыу йәки уны реконструкциялау өсөн «Әсәлек капиталы»н файҙаланған ғаиләләрҙең дөйөм һаны 9,5 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө бының өсөн кредит алмаған.

2025 йылдың февраленән «Әсәлек капиталы» беренсе балаға – 690 мең һумдан ашыу, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға 912 мең һумдан күберәк була.

Торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуҙан тыш, был аҡсаларҙы  уҡыуға түләү, әсә пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн йүнәлтергә рөхсәт ителә. Килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр икенсе балаға өс йәше тулғансы әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштерергә мөмкин.

 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: