Тикшереү версияһы буйынса, 19 ғинуарҙа Ленин проспектындағы йорт ихатаһында фигуранттар, береһенең боҙолған телефонын сәбәп итеп, өс йәштәшен типкеләп тороп туҡмай. Тәфтиш эштәрен һәм оператив-эҙләү сараларын үткәреү һөҙөмтәләре буйынса ғәйепләнеүселәрҙең шәхестәре асыҡлана. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау маҡсатында улар менән тәфтиш эштәре алып барыла.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.