Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Января 2025, 06:51

Суд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалды

Башҡортостандың Юғары суды "Ирекле медиа" АНО-һына ҡарата Өфөнөң Совет районы суды ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырған. Был турала "Башинформ" агентлығына хәбәр иткәндәр.

Суд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдыСуд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалды
Суд ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалды

Былтыр ноябрҙә Совет районы суды "Свободные медиа" ойошмаһына ("Пруфы.рф") 200 мең һум күләмендә административ штраф (РФ КоАП-ның 13.15-се статьяһының 9-сы өлөшө, «за распространение заведомо недостоверной общественно значимой информации под видом достоверных сообщений, способных в том числе создать угрозу массового нарушения общественного порядка и (или) общественной безопасности») билдәләгән.

Унан да алдараҡ ошо уҡ район суды баҫманың баш мөхәрриренә ялған хәбәр таратҡан өсөн 60 мең һум штраф сәпәгән булған. Был ҡарар буйынса БР Юғары судында ялыуҙы тикшереү ултырышы 3 февралдә буласаҡ.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас