Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2025, 06:10

Егет әрмелә булғанда, дуҫы уның һөйгәне менән йөрөгән!

Һалдат тыуған яғына ҡайтҡас эш енәйәт менән тамамлана.

Егет әрмелә булғанда, дуҫы уның һөйгәне менән йөрөгән!Егет әрмелә булғанда, дуҫы уның һөйгәне менән йөрөгән!
Егет әрмелә булғанда, дуҫы уның һөйгәне менән йөрөгән!

 

Ғафури районында йәшәүсе 21 йәшлек егетте “Кеше урлау”, “Талау”, “Урлау маҡсаты булмаған килеш автомобиль йәки башҡа транспорт сараһын хоҡуҡһыҙ алыу” статьялары буйынса хөкөм итәләр.

Билдәле булыуынса, егет әрмелә хеҙмәт иткән саҡта уның дуҫы һәм һөйгән ҡыҙы яҡын мөнәсәбәттәрҙә була. Егет әрменән ҡайтҡас, дуҫы менән етди һөйләшергә ҡарар итә. Ниндәйҙер мәлдә ул дуҫының машинаһын ала, көс ҡулланыу менән янап, уны транспорт сараһында ауылдан ситкә алып бара һәм туҡмап ташлап китә.

21 йәшлек егет ғәйебен таныған. Енәйәт эшен судҡа тапшырғандар.

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас