Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Января 2025, 15:30

Бик ваҡытлы иҫләгән иҫкәртеүҙе!

Өфөнән 32 йәшлек ҡатын аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған!

Бик ваҡытлы иҫләгән иҫкәртеүҙе!Бик ваҡытлы иҫләгән иҫкәртеүҙе!
Бик ваҡытлы иҫләгән иҫкәртеүҙе!

Полицияға мутлашыу факты буйынса 32 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә.

Ғариза биреүсегә мессенджерҙарҙың береһендә ойошманың етәксеһе кадрҙар архивынан мәғлүмәт "таралыуы" сәбәпле эштә тикшереү башланғанлығы тураһында яҙа, ҡатынға аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн "хәүефһеҙ иҫәпкә" 400 мең һум күсерергә тәҡдим итәләр. Ғариза биреүсенең һүҙҙәре буйынса, тап "хәүефһеҙ иҫәп" тигән һүҙҙәр ҡатынды шикләндерә, эш урынында үткәрелгән профилактик әңгәмәләрҙе иҫенә төшөрөп, ул аҡса күсереүҙән баш тарта. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртә: "хәүефһеҙ" йәки "резерв" иҫәптәре юҡ! Таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, телефон аша кем менән генә һөйләшһәгеҙ ҙә, уның күрһәтмәләре буйынса финанс операциялары башҡармағыҙ. Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы - һөйләшеүҙе туҡтатыу! Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас