Индексация 9,5 процент тәшкил итә.
Айлыҡ аҡсаны, пенсияны, пособиены 1 февралдән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, "чернобылсы"лар, Рәсәй Геройҙары, Хеҙмәт Геройҙары, инвалидтар артығыраҡ ала башлай.
Шулай уҡ бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 26,9 мең һумға етәсәк.
Михаил Мишустин белдереүенсә, индексациянан һуң, беренсе балаға "әсәлек капиталы" 690 мең һумға етә, ә икенсе балаға - 912 мең һумға!
Тағы бер шәп яңылыҡ: үткән йылғы инфляцияға тиңләштерелеп, пенсионерҙарҙың аҡсаһы 9,5 процентҡа арта.