Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Января 2025, 11:15

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Быйылдан Башҡортостандың "Минең бизнесым" үҙәгендә ике бүлексә эшләй башланы. Эшҡыуарҙарға тағы ла күберәк ярҙам алырға мөмкин.

Эшҡыуарҙар иғтибарына!Эшҡыуарҙар иғтибарына!
Эшҡыуарҙар иғтибарына!
Бүлексәләрҙең береһе «Минең креатив бизнесым» үҙәге тип атала, икенсеһе - Белем биреү программалары һәм консалтинг дирекцияһы.
БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, уларҙың эшмәкәрлеге йүнселдәргә "Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты буйынса ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
Эшҡыуарҙарға ижади тармаҡтар, мәғариф программалары, семинарҙар буйынса консультация алыу мөмкинлеге бар.
Әйткәндәй, креатив бизнесмендар Өфөлә "Киләсәк фабрикаһы" инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда осраша ала. Адресы: тыныслыҡ урамы, 14-се йорт.
 
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас