Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2025, 14:00

ГИА тапшырыу ҡағиҙәләре үҙгәрерме?

Февралдә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары 9-сы класты тамамлағас, йомғаҡлау аттестацияһы (ГИА) тапшырыу ҡағиҙәләрен үҙгәртеүҙе ҡараясаҡ.  

ГИА тапшырыу  ҡағиҙәләре үҙгәрерме?ГИА тапшырыу  ҡағиҙәләре үҙгәрерме?
ГИА тапшырыу ҡағиҙәләре үҙгәрерме?

Парламентта аңлатыуҙарынса, әгәр сығарылыш уҡыусыһы техникумда йәки колледжда уҡыуын дауам итергә ниәтләһә, рус теле һәм математика буйынса имтихандарҙы ғына тапшырырға тейеш була. Ике өҫтәмә предмет буйынса имтихан тапшырмаясаҡ.

Пилот проекты Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ростов, Төмән өлкәләрендә , шулай уҡ Төнъяҡ Осетия -Алания Республикаһында һынап ҡараласаҡ.

 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас