

Сараны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров һәм БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко асты.
Йәш эшҡыуарҙарҙың эшен тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышыу һорау-яуап форматында үтте. Һуңынан бизнесмендар коллегалары менән аралашаты. Атап әйткәндә, виртуаль ысынбарлыҡ контроллерҙарын эшләү өлкәһендә лидер булып киткән Өфө эшҡыуары, vr Finch Technonologies Ltd компанияһына нигеҙ һалыусы һәм техник директор Виктор Эриванцев, "Астронавт" кейем брендына нигеҙ һалыусы Элина Ғәлиәкбәрова һәм Өфөнөң “Софи”шәхси балалар баҡсалары селтәренә нигеҙ һалыусы Анастасия Кузьмина үҙҙәренең тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.
– Бөгөн беҙ йәш эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләргә тырышасаҡбыҙ.Беҙ ҙур эшалып барабыҙ, йәштәр сәйәсәте системаһын үҙгәртәбеҙ, төрлө өлкәләрҙе, йәштәр берләшмәләренең маҡсатлы аудиторияларын йыябыҙ.Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән бергә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тәүге тапҡыр Йәш эшҡыуарҙар форумын үткәрә.Был майҙансыҡ йәштәр берләшмәһен үҫтереүҙә билдәле бер катализатор буласаҡ, тип ышанабыҙ. Йәштәр сәйәсәте әүҙем үҙгәрә.Бөгөнгө көндә ул 14-35 йәштәгеләргә ҡағыла. "Йәштәр һәм балалар "милли проекты өс федераль проектты үҙ эсенә ала,- тип билдәләне Вито Сабиров.Зөһрә Гордиенко ярҙам саралары һәм эшҡыуарҙар өсөн мөмкинлектәр тураһында һөйләп кенә ҡалманы, форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
- Мин күп кенә етәкселәр менән эшләнем һәм уларҙың бизнесҡа төрлө ҡарашта булыуҙарын күрҙем. Элек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе алыпһатарҙар, тип тә йөрөттөләр.Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы булғас, ул, эшҡыуарҙарҙы - яңы элита, тип атаны, эшҡыуарҙы һәр ваҡыт ҡабул итәсәк кеше икәнлеген әйтте. Шулай итеп бизнес-шерифтар системаһы барлыҡҡа килде, – тине министр.
Шулай уҡ Зөһрә Гордиенко яҡын киләсәктә әүҙем үҫешәсәк перспективалы өлкәләрҙе атаны.Был – хәүефһеҙлек системалары, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, роботлаштырыу, төрлө процестарҙы автоматлаштырыу.
Өфөнән ижади индустриялар өлкәһендә арт-менеджер Вероника Елизарова хәҙер дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә бәйле барлыҡ аспекттарҙы өйрәнә.
– Мин саралар, концерттар, форумдар ойоштороу менән шөғөлләнәм. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәтте яҡшы беләм, "Минең бизнесым" үҙәгенә мөрәжәғәт иттем һәм тематик сараларҙа ҡатнаштым. Күптәр дәүләт ярҙамы , төрлө проекттар барлығын белеп етмәй. Мөмкинлектәр күп, тик уларҙы файҙалана белергә генә кәрәк, – ти.
Рәмил Һәм Ләйсән Зариповтар форумға Борай районынан килгән.
Улар – "Борай фермеры" ғаилә бизнесы хужалары. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм магазиндары бар.Ҙур ғаилә малсылыҡ, игенселек, үҙҙәренең сеймалынан ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә.
–Бизнесты ата-әсәйем башланы, ә һуңынан эштәрҙе беҙгә тапшырҙы. Беҙ ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса яңы эш башлаған фермерҙарға - “Агростартап” программаһы, һуңынан ғаилә фермерҙары булараҡ грант ярҙамы алдыҡ. Эшҡыуарлыҡ буйынса идеяларығыҙ бар икән, был эшкә ҡыйыу тотоноғоҙ. Бәләкәй аҙымдар яһап, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, – ти Рәмил.
Фото: Юлай Кәримов.