Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы майҙансығында үтте һәм 35 йәшкә тиклемге 300-гә яҡын эшҡыуарҙы, шулай уҡ РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды ойошторған «Студент стартапы» федераль гранты конкурсы еңеүселәрен берләштерҙе.
2024 йылда Башҡортостан студенттарының 120 инновацион проекты еңеүсе булды. Улар 1 миллион һумлыҡ гранттар алды. Хупланған стартап-проекттар һаны буйынса республика Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй.
Көн дауамында йәш эшҡыуарҙарүҫеш институттары вәкилдәре, бизнес лидерҙары менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт ала алды.
Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
– Тәү сиратта, махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән йәштәребеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн һеҙгә ихлас рәхмәт белдерәм. Иң мөһиме – һеҙгә яугирҙар үҙҙәре рәхмәт әйтә. Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Ул уларға йәшәргә, иҫән ҡалырға, еңергә ярҙам итә. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙың төп бурыстарының береһе – эшҡыуарҙар берләшмәһенең дәүләт власы органдары, муниципалитеттар, үҫеш институттары менән үҙ-ара эш итеүенең ни тиклем яҡшы ойошторолғанын, инструменттарҙың һәм ярҙам сараларының ни тиклем һөҙөмтәле булыуын аңлау. Һуңғы йылдарҙа ауыр ваҡыттар кисерәбеҙ, әммә алда етди алға китеш буласағына ышанам. Быға әҙерләнергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республиканың социаль өлкәгә, яңы объекттар төҙөүгә пландаштырылған инвестициялар һалыуын дауам итеүен, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын тәртипкә килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлткән бюджет средстволары эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.
– Республика Башлығы вазифаһында эшләүемдең тәүге көнөнән үк бизнестың эшләүе өсөн шарттар булдырырға тырышам.Беҙ эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм властар араһында коммуникациялар төҙөйбөҙ.Минеңсә, был йәһәттән бик һөҙөмтәле инструмент булып бизнес-шерифтар институты тора, уның потенциалы әле тулыһынса тормошҡа ашырылмаған, – тип билдәләне Радий Хәбиров.– Минең принципиаль ҡарашым-дәүләт ҡулында булған бөтә ресурстар ҙа эшләһен.Шуға күрә беҙ инвестиция ҡануниәтен камиллаштырҙыҡ-хәҙер һеҙ, минималь документтар биреп, проектығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн ерҙе сауҙаһыҙ ала алаһығыҙ.Һәм беҙ шуны билдәләп үттек: бынан һуң бизнесты үҫтереү өсөн бирелгән ер участкалары һаны бер нисә тапҡырға артҡан.
Осрашыу Башҡортостан Башлығының форумда ҡатнашыусылар менән диалог форматында дауам итте.
Эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған проблемалар тураһында һөйләне, дәүләттән ярҙам саралары алыу тураһында һорашты.
Фото: Глава РБ.