Сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә беренсе тапҡыр ойошторолдо. Ярышта үҙебеҙҙең балыҡсыларҙан тыш, Ауырғазы районы балыҡсылары ла ҡатнашты. Балыҡ ҡармаҡлауҙы һөйөүселәр өсөн был ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара булды. Уларҙың араһында беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа, тәжрибәле балыҡсылар ҙа бар ине. Ҡатнашыусылар балыҡ тотоу оҫталығын һынап ҡына ҡалмай, ә саф һауанан ләззәт алды һәм ғаиләһе, дуҫтары менән матур, файҙалы ял итте.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһау буйынса эксперт комиссияһы етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов ҡатнашты. Ярышты асыу тантанаһында ҡунаҡтар балыҡсыларға уңыштар теләне.
- Хөрмәтле сарала ҡатнашыусылар, һеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ҡайнар сәләмдәр алып килдек. Бөгөн көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ошо матур Ҡыҙылғы күле буйында халыҡтың күплеге, әлбиттә, күңелле ваҡиға. “Айыҡ ауыл” конкурсында Ҡырмыҫҡалы районы бик әүҙем ҡатнаша. Конкурстың муниципаль этабында уҡ улар эштәрен матур башлап ебәрҙе һәм йыл башынан Ибраһим ауылы ныҡлы аҙымдар менән ошо конкурсҡа аяҡ баҫты. Әле бына “Йәнбикә” проектының сараһын беҙ күрәбеҙ һәм ул тәүге тапҡыр үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ тотоу буйынса ярыш. Конкурсанттарға ысын күңелдән уңыштар теләйбеҙ, ә Ибраһим ауылы ошо конкурста ҙур, матур һөҙөмтәләргә ирешер һәм еңеүселәр араһында булыр тип ышанабыҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсы ул эскелеккә ҡаршы көрәш кенә түгел, ул айыҡлыҡты пропагандалауға арналған ошондай әһәмиәтле сараларҙы ойоштороу, үткәреү һәм халыҡты берҙәмлеккә әйҙәүсе конкурс. Алты йыл рәттән ошо бәйгелә ҡатнашҡан ауылдар матур һөҙөмтәләргә иреште һәм киләсәктә лә беҙҙең республикабыҙҙа ошондай матур айыҡлыҡ территориялары һәр бер районда, һәр бер ауылда барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ. Һеҙгә ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, киләсәктә лә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм имен күк йөҙө теләйем, - тине Тәнзилә Ҡотлогилдина.
Гүзәл ҡатын-ҡыҙ заты үҙенең маһирлығы, батырлығы, матурлығы менән дан тота. Бөгөн легендаларға бай йәмле Ҡыҙылғы буйында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар балыҡ ҡармаҡлау ярышында үҙҙәренең етеҙлеген һәм сәмлелеген күрһәтте. Бәйгеселәр төрлө категорияларҙа ярышты. Фестивалде ойоштороусылар "Тиҙ быраулаусы", "Иң ҙур балыҡ тотоу", "Иң күп тотолған балыҡ һаны", "Иң йәш һәм иң оло балыҡсылар" номинациялары буйынса ярыштар үткәрҙе. Бәйгелә ҡатнашыусылар боҙҙо тишеп, урын әҙерләгәс, старт бирелде. Спортсылар балыҡ ҡаптырҙы, ә жюри ағзалары – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов, райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раушания Хәмәтғәлимова, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлегенең баш белгесе Виктория Истратова ярыш барышын күҙәтте. Ярыш шарттары буйынса балыҡсыларға балыҡ тотоуға бер сәғәт ваҡыт бирелде. Ошо арауыҡта улар төрлө ысулдар менән үҙҙәренең балыҡсы һәләтен асты, балыҡ тиҙерәк ҡапһын өсөн мәкене әүрәткестәр менән емләп, ҡармаҡтарын ҡуйҙы. Шулай итеп бирелгән ваҡыт эсендә балыҡсылар кәрзиндәрен балыҡ менән тултырырға тырышты.
- Беҙ Ауырғазы районының Исмәғил ауылынан килдек. Беҙҙең Исмәғил ауыл Советы шулай уҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ошондай матур, мауыҡтырғыс сарала ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, ойоштороусыларҙың саҡырыуын ҡуш ҡуллап ҡабул иттек. Бөгөн ярышҡа еңеүгә ҙур өмөттәр бағлап килдек. Ғаиләбеҙ менән йыш ҡына балыҡҡа йөрөйбөҙ, ә бына ҡышҡы балыҡ тотоуға беренсе тапҡыр сыҡтым. Әлбиттә, һыу буйында балыҡ ҡармаҡлау – ҡыҙыҡлы шөғөл,- ти Фаягөл Баҡыева.
- Мин Өфө районы Зубово ҡасабаһынан килдем. Үҙем тыумышым менән Ибраһим ауылынан. Ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы тураһында ишетеү менән килеп еттем. Бындай ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашам. Ә былай үҙебеҙ өсөн балыҡ ҡармаҡларға йөрөйбөҙ. Мин үҙем бәләкәйҙән балыҡҡа йөрөргә яратам. Атайым минең оҫта балыҡсы. Был шөғөлгә ул этәргес булғандыр, тип уйлайым. Бөгөн мин балыҡты “мормышка”ға тоторға булдым. Бәлки, икмәккә лә тотоп ҡарармын, - ти Ләйсән Яковлева.
- Еҙем, Ағиҙел йылғаларына балыҡҡа йөрөйбөҙ. Ҡармаҡҡа шырт балығы, алабуға, һыла, ҡыҙылғанат балыҡтары эләгә. Әлбиттә, был осорҙа күлдәрҙә тынлыҡ. Шуға күрә бөгөн балыҡ булмаҫҡа ла мөмкин, - тип уртаҡлашты Прибельский ауылынан Таисия Петрова.
- Дуҫтарыбыҙ ярыш тураһында хәбәр итте һәм унда ҡатнашырға саҡырҙы. Беҙ тәжрибәле балыҡсылар түгел, шулай ҙа үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Һауа торошо ла бик һәйбәт. Бына беренсе балығымды ла ҡаптырҙым. Ҡармаҡҡа ҙур булмаған ҡыҙылғанат балығы эләкте, - ти шатланып Ҡырмыҫҡалы ауылынан килгән Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова.
- Һәүәләй ауылынан килдем. Бындай матур саранан мин дә ситтә ҡала алманым. Ярыш тураһында иғланды ишеткәс тә ҡатнашырға теләк белдерҙем. Минең менән тормош иптәшем, улдарым да килде. Ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алыу үҙе бер байрам. Ошондай саралар ойошторғандары өсөн бик шатмын, ҡәнәғәтмен, балаларға ла өлгө күрһәтәбеҙ. Ғаиләбеҙ менән Ағиҙелгә балыҡ ҡармаҡларға йыш ҡына сығабыҙ. Минең олатайым, атайым, тормош иптәшем, улдарым оҫта балыҡсылар. Шуға күрә үҙең дә балыҡсы булып китәһең, - тип йылмая Виктория Иҙрисова.
Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән яр буйында дәртле музыка ыңғайына төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо. Сәхнә түрендә район мәҙәниәт йорто артистары һәм үҙешмәкәрҙәр ҡатнашлығында күңелде күтәрерлек дәртле йырҙар яңғыраны.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһының да кәйефе байрамса. Музыка яңғырай, ҡар өҫтөндәге усаҡта балыҡ һурпаһы бешә, самауырҙар ҡайнай. Ойоштороусылар ярыштарҙа ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡайнар сәй һәм үҙҙәре бешергән ризыҡтары менән һыйланы. Әйткәндәй, Нурия Садиҡова, Динә Садиҡова һәм Эльвира Вәкиловалар сарала ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәй һәм тәмле итеп бешерелгән балыҡ һурпаһы менән һыйланылар.
Сәмле ярыш аҙағында иң яҡшы балыҡсылар ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде. Шулай итеп, “Тиҙ быраулаусы” номинацияһында Ләйсән Яковлева иң етеҙе булды. Боҙ тишеү буйынса иң беренселәрҙән булып еңеү яуланы. Икенсе урында Виктория Иҙрисова, өсөнсө урынды Юлиә Кәримова алды. Диана Әхмәҙиева иң йәш балыҡсы тип танылды, ә Фәнзилә Ҡанбәкова иң оло балыҡсы булды. Иң күп тотолған балыҡ һаны буйынса Алина Садиҡова еңеү яуланы. Икенсе урынды Сажиҙә Камалова һәм Эльвира Мөхәмәтйәнова бүлештеләр. Лена Шәйәхмәтова “Иң ҙур балыҡ” номинацияһында еңеү яуланы.
Ошондай спорт саралары, һис шикһеҙ, халыҡҡа кәрәк, сөнки ул берләштерә һәм ялды күңелле һәм файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.