Бының өсөн уны ауырыу органдар өсөн яуап биреүсе биологик актив нөктәләргә һалғандар.
Быуындарҙы фольга менән дауалау – иң арзан ысулдарҙың береһе, һөҙөмтәһе хаҡында шикләнерг кәрәкмәй.
Табип-психотерапевт Вильгельм Рейх фольга ярҙамында нисек дауаланырға кәрәклеген ентекләп яҙып ҡалдырған. Уның менән һалҡын тейеүҙе, радикулитты, елкә остеохондрозын һәм хатта подаграны дауалап була. Был ысул ярҙамында дауаланыу – ауыр эш түгел. Ауыртҡан урынды, мәҫәлән, аяҡтағы һөйәкте, уратып, бинт менән бәйләп ҡуйырға ғына кәрәк. Фольганы ауыртҡан урынға ялтыр яғы менән ябырға онотмағыҙ.
Кемдәрҙең быуындары туҡтауһыҙ һыҙлап яфалай, бер нисә процедуранан һуң еңеллек килер.
Баш, йөрәк һәм башҡа органдар ауыртҡанда «көмөш күпер» эшләп, ауыртҡан урынға ябырға кәрәк. Бының өсөн яҫы ғына лейкопластырь алып, уның өҫкө һәм аҫҡы яғынан берәр сантимер ҡалдырып, шулай уҡ ҡырыйҙарынан 1,5 см ҡалдырып фольга киҫәге йәбештерегеҙ. Һуңынан был лейкопластырҙы фольга киҫәге һәр саҡ вертикаль торорлоҡ итеп тәнгә йәбештерергә.
Елкә остеохондрозы, үксә тибенгеһе (пяточная шпора), билегеҙ ауыртһа һәм хатта ярамаған нәмә ашап, бауырығыҙ борсоһа ла ошо дауалау ысулын ҡулланығыҙ.
Бына шулай, фольга ашарға бешергәндә генә ҡулланылмай, ул дауалау үҙенсәлегенә лә эйә. Тик, уны ҡулланған ваҡытта тәнгә һәр саҡ ялтыр яғы менән һалығыҙ.
Фото:Т. Аманов.