Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Января 2025, 07:35

Түләүҙәр арта

Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты.  

Түләүҙәр артаТүләүҙәр арта
Түләүҙәр арта

Иң юғары хаҡ – Өфөлә. Бер көнгә 185 һум түләргә, был 2024 йылға ҡарағанда 7 һумға ҡиммәтерәк. Өфө районында - 182 һум. Стәрлетамаҡта  178 һум тәшкил иткән.

Иң түбән түләү Әбйәлил районында билдәләнгән (138 һум).

Балалар баҡсаһында түләү күләмен муниципаль берәмек хакимиәттәре билдәләй. Ул Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән максималь күләмдән юғары була алмай.

 Башҡортостанда ғаиләләргә балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең бер өлөшө компенсациялана. Бер балаға ул –  20процент, икенсеһенә – 50 процент, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн 70 проценттәшкил итә.

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре, етем балаларҙың законлы вәкилдәре, шулай уҡ мобилизацияланғандарҙың балалары түләүҙән азат ителә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 50 процент ташлама бирелә.

 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас