Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2025, 07:00

Наркотиктар менән сауҙа иткәндәр

Ауылдан йорт һатып алып, унда наркотиктар эшләгәндәр.

Яңауыл районында аталы-уллы икәү Янбарис ауылынан йорт һатып алып, шунда нарколаборатория эшләгәндәр. Өйҙөң подвалына ҡорамалдар алып урынлаштырғандар. Апрелдән алып июлгә тиклем мефедрон ҡайнатҡандар.

Әммә табышлы эштәре оҙаҡҡа бармаған, хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары быларҙың ҡырын эшен белеп ҡалған. Хәҙер хөкөм ителгән  был “химик”тарға 12 һәм 16 йыл тимер  рәшәткә артында ултырырға тура киләсәк.

 

 

Фото: independent.co.uk

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас