Өфөлә 58 йәшлек ир, "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең" ялған хәбәренә ышанып, 1,5 миллион һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан. Уны "хәүефле операцияны туҡтатыу" өсөн "ҡаршы кредит" алырға күндергәндәр.
Икенсе Өфө кешеһе (56 йәшлек) инвестицияланған аҡсаһын ҡайтарыу буйынса интернеттағы "белгестәргә", әммә ысынында иһә тағы ла мутлашыусыларға мөрәжәғәт итеп, 600 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләрҙең шылтыратыуына ышанмағыҙ! Аҡсаларҙы "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсермәгеҙ, шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ! Һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.