Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января 2025, 19:30

Быйыл да юғары кимәлдә үтер

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслегендә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен һәм Бөтә Рәсәй «Әйҙә, уйнарға!» уйынсыҡ һәм уйын фестивален уҙғарыу буйынса тәүге ойоштороу комитеты уҙҙы.    

Быйыл да юғары кимәлдә үтерБыйыл да юғары кимәлдә үтер
Быйыл да юғары кимәлдә үтер

 

   Быйыл «Китап байрамы» йәрминкәһе 23 –25 майҙа уҙа. Әлеге ваҡытта сараға әҙерлек бара.Быйыл фестиваль программаһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операция геройҙарына арнала. Юбиляр яҙыусыларға һәм шағирҙарға ҙур иғтибар бүленәсәк. Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы менән берлектә бөтә Рәсәйҙән танылған авторҙар менән осрашыуҙар үткәреләсәк.

 Милли нәшриәттәр менән “түңәрәк өҫтәл” үтәсәк. Нәшриәттәр араһындағы «Урал батыр ерендә йыл китабы» конкурсы китап йәрминкәһенең төп сараларының береһе булып тора. Бер нисә номинация буйынса йәрминкәлә тәҡдим ителгән иң яҡшы баҫмалар һайлап алынасаҡ.

Китап йәрминкәһендә тәүге тапҡыр «Йәнле һүҙ» республика шиғриәт оҫталығы конкурсының финалы уҙа. Милли музейҙа һәм Милли китапханала һирәк осрай торған китаптар күргәҙмәләре, «Балаларға китап бүләк итегеҙ», «Донбасс мәктәптәре һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәре өсөн китаптар йыйыу» хәйриә акциялары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Китап байрамы» почтаһы» акциялары ойошторола, унда теләгән һәр кем китап йәрминкәһенән туғандарына һәм дуҫтарына хат ебәрә ала. Китаптарҙы гаражда һатыу һәм «Әҙәби прививка» креатив проекты ойошторола.

«Әйҙә, уйнарға!» уйынсыҡ һәм уйын фестивале 2025 йылдың 29 майынан 1 июненә тиклем уҙғарыла.

Мәҙәни программала спектаклдәр, балалар араһында танылған башҡарыусыларҙың концерттары, милли уйындар һәм уйынсыҡтар, балалар һабантуйы, киноға төшөүгә һайлап алыуҙар, шулай уҡ етештереүселәр араһында «Урал батыр ерендә йыл уйынсығы» конкурсын үткәреү ҡаралған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған интеллектуаль өҫтәл һәм спорт уйындары менән «Сикһеҙ уйындар» инклюзив майҙансығы ойошторола.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас