Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2025, 08:15

Янғында бер ғаиләнән 14 кеше һәләк булған!

Бындай бәлә-ҡазанан Хоҙай аралаһын.

Янғында бер ғаиләнән 14 кеше һәләк булған!Янғында бер ғаиләнән 14 кеше һәләк булған!
Янғында бер ғаиләнән 14 кеше һәләк булған!

Turkish Airlines авиакомпанияһының һатыуҙар бүлеге хеҙмәткәре  Зөһрә Сена Гюльтекин  ире,  өч балаһы һәм 9 тыуған-тыумасаһы менән янғында һәләк булған.  

Ғаилә ҡышҡы каникулларҙа Истамбулдан 270 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Grand Kartal  тау саңғыһы курортында  отелдә ял иткән.

Янғын ҡоторған ваҡытта Зөһрә әсәһенә шылтыратып ғәфү үтенгән.

Отелдә янғын сығыу һөҙөмтәһендә 76 кеше һәләк булған. Бинаның тау өҫтөндә урынлашыуы янғын һүндереүселәрҙең эшен ҡатмарлаштырған. Билдәле булыуынса, отелдә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҙа эшләмәгән, шуға ла ял итеүселәр янғын ныҡлап дөрләгәнсә бер ни белмәгән, ә һуңынан һуң булған.  

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас