Конкурс 2005 йылдан алып уҙғарыла. Ул Рәсәйҙә беренсе Дәүләт Думаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, конкурс йәштәрҙең мөһим башланғыстарын асыҡлауға булышлыҡ итәсәк. Уларҙың бер өлөшө артабан федераль һәм төбәк закондарын әҙерләү өсөн нигеҙ була ала.
Конкурс ике этаптан тора. Унда ситтән ҡатнашыу 1 ғинуарҙан 7 апрелгә тиклем һәм 4 августан 8 сентябргә тиклем була.
Конкурстың йомғаҡлау турҙары Мәскәүҙә «Космос» ҡунаҡхана комплексының конгресс-үҙәгендә 14 майҙан 16 майға тиклем һәм 3 октябрҙән 5 октябргә тиклем үтә.
Конкурстың документтары һәм унда ҡатнашыу өсөн ғариза биреү тәртибе менән http://integraciya.org сайтында танышырға мөмкин, тип хәбәр итәләр республика парламентынан.
Фото: автор фотоһы.