ВАҠЫТ
Мәңге йәшәйем, тип уйлай Әҙәм заты йәш саҡта. Донъя ҡыуа, уйнай, көлә, Теләгенә юҡ нуҡта.
Аҫау айғыр һымаҡ саба Ярһыуын һис баҫалмай. Күкрәгендә ирек уның – Дәрт-дарманын тыялмай.
Оҙаҡ йылдар саба торғас, Ҡарыу ҡайта, хәл бөтә. Атларға ла әмәл ҡалмай, Ҡартлыҡ осоро өтә.
Ваҡыт бер кемде аямай, Олоғайта, ҡартайта. Йософ кеүек хозурҙы ла Һарысалай һарғайта.
Илаһына әйтә әҙәм: Белмәнем шул, белмәнем, Юртаҡ кеүек был ғүмерҙең Тиҙ үтерен һиҙмәнем.
Етеш донъя инде ҡорғас, Мин елкендем – йәшәрмен! Биргәс-биргәс, ниңә генә Ике ғүмер бирмәнең, Тере һыуың һипмәнең?.. Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.