Вәзимә Йылҡыбаева Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан. Ул 2023 йылдан МХО-ла.
Төркөмдә яҙыуҙарынса, фельдшер аҡ халатын хәрби формаға алмаштырырға юҡҡа ғына ҡарар итмәгән. Вәзимә госпиталдәргә медиктар кәрәгеүен белеп һәм фотоларҙан яралы һалдаттарҙы күреп, ярҙамға китергә ашыҡҡан. "Һуғышта беҙ уйлағанса ғына булмай. Мин госпиталгә түгел, ә блиндажға эләктем", - тигән ул. Хәҙер инде хәүеф сигналдары тауышына ла өйрәнгән. Тик ике балаһын, яҡындарын бик һағына.
"Һәр көн - һынау. Әммә мин илебеҙҙе һаҡлаусыларға ярҙам итә алыуыма ғорурланам", - тигән Вәзимә Йылҡыбаева.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Бөтә яугирға именлек теләйбеҙ!
Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.
Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.
Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).
Фото: Башкирский батальон