Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2025, 12:00

Өйҙәрендә селтәр үрәләр

Балтас районының Һәйтәк ауылынан Гөләмзия менән  Рәмзәүил Сафиндар үҙҙәренең йортонда маскировка селтәрен үреүҙе ойошторған. 

Өйҙәрендә селтәр үрәләрӨйҙәрендә селтәр үрәләр
Өйҙәрендә селтәр үрәләр

 Уларҙың  хәрби офицер булған улдары махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

«Альфа»  позывнойлы яугир һуғышта маскировка селтәрҙәренең етешмәүен әйткәс,ғаилә был эшкә  тотонорға йөрьәт итә.

Ғаилә башлығы  ауылдашы Рәфил менән менән селтәр үреүҙә файҙаланған ҡоролманы яһайҙар. Ауыл кешеләре был эштән ситтә ҡалмай, изге эшкә әүҙем ҡушыла. Материалды  район үҙәгенән килеп алалар һәм өйҙәге махсус станокта таҫмаларға ҡырҡалар. Эш күп ваҡытты алһа ла, сәйтәктәр бер ай эсендә алты маскировка селтәре үргән. 

– Беҙгә ярҙам итергә теләгән, эшебеҙҙе тиҙләтергә булышҡан һәр кемгә шат буласаҡбыҙ. Беҙ ни тиклем күберәк булһаҡ, шул тиклем күберәк эшләй аласаҡбыҙ, – ти Гөлзәмиә Заһит ҡыҙы.

 

 

 

Сығанаҡ: "Балтач таңнары".

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас