Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2025, 16:30

Ошо ир тоҡомло үгеҙҙәр "һатҡан"

Дағстандан бер ир Башҡортостанға мал "һатырға" эшкингән. Беҙҙең полиция хеҙмәткәрҙәре мутты эҙләп тапҡан. 

Ошо ир тоҡомло үгеҙҙәр "һатҡан"Ошо ир тоҡомло үгеҙҙәр "һатҡан"
Ошо ир тоҡомло үгеҙҙәр "һатҡан"

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы буйынса бүлексәһенә 38 йәшлек урындағы кеше мөрәжәғәт итә. Ул былтыр сентябрҙә тоҡомло үгеҙҙәр һатып алыу тураһында реклама тапҡанын һөйләй. Һатыусы менән хатлашып килешеү төҙөйҙәр һәм ир малды килтереү өсөн аҡса күсерә. Һуңыраҡ һатыусы үгеҙҙәрҙе видеоға төшөрөп ебәрә. Әммә аҙаҡ машинаның ватылыуы һәм хайуандарҙы килтереүҙең тотҡарланыуы тураһында хәбәр итә. Һатып алыусы борсолмаған, сөнки һатыусы гел дә бәйләнештә булған һәм тиҙҙән үгеҙҙәрҙе тағы ла ебәрергә әҙер булыуын белдергән. Тик ул шоферҙың юл хаҡын күп һорауын иҫкәртә лә, өҫтәмә аҡса һорай. Ир, мал килгәс, аҡсаны күсерермен, тигәс, "һатыусы" авансты улайһа кире ҡайтарам, ти ҙә, "радарҙан" юғала.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре "һатыусының" Дағстандан 44 йәшлек ир булыуын асыҡлай. Уның малы юҡ, үгеҙҙәрҙең видеоһы менән фотолары ла уныҡы түгел.

"Һатыусы" ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә.

 Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте, был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итә.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас