30 кешенән торған делегация составында студенттар ҙа, йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә, битараф булмаған граждандар ҙа бар. Улар 2 аҙна бөтә илдән йыйылған ирекмәндәр менән бергә Ҡара диңгеҙ ярын таҙартырға тейеш.