Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2025, 09:27

Яугир кадеттар менән осрашҡан

Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ 1-се мәктәбенең кадет класы уҡыусыларына “Шатун” позывнойлы яҡташтары ҡунаҡҡа килгән.

Яугир кадеттар менән осрашҡанЯугир кадеттар менән осрашҡан
Яугир кадеттар менән осрашҡан

Уҡыусылар менән йылы аралашыу миңә дәрт-көс бирҙе, ти яугир. Кадеттар ҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итергә тырыша. Был юлы улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң фронтҡа юлланасаҡ “Шатун”ға маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре әҙерләгән. Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмаған – яугирҙарға күстәнәс итеп бал ебәргән.

“Изге эштәр эш йә байрам көнән ҡарап эшләнмәй. Һәр бәләкәй генә яҡшылыҡ донъяны матурлай, кешене иглелек ҡылырға этәрә. Күршеләргә ярҙаммы, ирекмәнлекме, ауыр мәлдә дуҫтарҙың терәк булыуымы – үҙ аҙымыңдың әһәмиәтен иҫтә тотоу кәрәк”, – тип үҙ фекерен яҙған социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы ошо осрашыу тураһында.

Имен йөрөһөн һалдаттар!

Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын яугирҙар!

Әйткәндәй, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөргә теләүселәр 117 (РФ Оборона министрлығының берҙәм номеры), 122 (республиканың Ситуация үҙәге) йәки 8 (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып белешә ала.

Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Башбат.рф сайтында социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Баш ҡалала “Һаҡсы” берҙәм үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (Элеватор урамы, 15-се йорт).

Фото: Марат Искужин

 

Яугир кадеттар менән осрашҡан
Яугир кадеттар менән осрашҡан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас