Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2025, 07:55

«С.И.Руденко мираҫы һәм хәҙерге заман фәне»

29 ғинуар Милли музейҙа «С.И.Руденко мираҫы һәм хәҙерге заман фәне» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

«С.И.Руденко мираҫы һәм хәҙерге заман фәне»«С.И.Руденко мираҫы һәм хәҙерге заман фәне»
«С.И.Руденко мираҫы һәм хәҙерге заман фәне»

Конференция Сергей Руденконың тыуыуына 140 йыл һәм уның «Башҡорттар. Этнологик монография тәжрибәһе. 2-се өлөш: Башҡорттарҙың көнкүреше» китабының тәүге беренсе тапҡыр баҫылыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Конференцияла Урал-Волга буйы башҡорттары һәм халыҡтары этнографияһы, Урал-Волга буйы археологияһы һәм физик антропологияһы, тәбиғи мөхиттең Урал-Волга буйы халыҡтарының көнкүреше һәм мәҙәниәтенә йоғонтоһо, Рәсәй халыҡтарының этнографик мираҫын музейҙа яңыса презентациялау формалары, Урал-Волга буйы этнографик тикшеренеүҙәрҙең тарихы, С.И.Руденко осоронда этнография фәне һәм башҡа һорауҙар яҡтыртыласаҡ.

Башҡорт халҡының этнографияһы һәм физик антропологияһы буйынса монографиялар авторы, этнограф, антрополог һәм археолог Сегей Ивановичтың ғилми мираҫы Башҡортостандың гуманитар фәндәре һәм музей эшмәкәрлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Конференция эшендә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Конференция 29 ғинуар Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йортта үтә. Башлана 11:00 сәғәттә.

Сараның кураторы – Милли музейҙың этнография бүлеге мөдире Лилиә Мәсәғүт ҡыҙы Барлыбаева. Белешмә өсөн телефон: 8-927-300-65-77.

 

Г. Маннапова әҙерләне.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас