Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында ике фатирлы кирбес йорт янып китә. Был хаҡта БР Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Янғын һүндереүселәр
утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергәндә улар 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба.
Ведомство тәфтишсеһенең
бер фаразы буйынса, янғын тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү арҡаһында килеп сыҡҡан. Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов