Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января 2025, 08:30

Былай булырын белһә, ҡатын, биллаһи, ирен тышап ултыртыр ине!

Туймаҫ тамағын тыя алмаған ире арҡаһында ҡатын ҡыйбатлы автомобилдән ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Былай булырын белһә, ҡатын, биллаһи, ирен тышап ултыртыр ине!Былай булырын белһә, ҡатын, биллаһи, ирен тышап ултыртыр ине!
Былай булырын белһә, ҡатын, биллаһи, ирен тышап ултыртыр ине!

Иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ир тағы ла эсеп машинала йөрөгән, аварияға тарыған. 

Бәләбәй ҡала суды уны ике йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 180 сәғәт мәжбүри эш төрөндә яза тәғәйенләй. Бынан тыш, "Киа Соренто" маркалы автомобилде дәүләткә тартып ала (сит ил автомобиле кредитҡа һатып алынып, ҡатынына рәсмиләштерелгән).

Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас