Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2025, 06:31

Яҡшы проекттар тәҡдим ителде

Благовещен районы хакимиәтендә сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте. Унда туризм буйынса бик мөһим тема - глэмпингтарҙы үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

Яҡшы проекттар тәҡдим ителдеЯҡшы проекттар тәҡдим ителде
Яҡшы проекттар тәҡдим ителде
Тәбиғәттә уңайлы шарттарҙа ял итеүҙе һайлай күп турист. Глэмпингтар ошо йәһәттән бик отошло.
Сапсан ҡасабаһында уңышлы проект эшләп килә - Sapsan Glamp. Әле бында ике модулле йорт эшләй, әммә уны киңәйтергә ниәтләйҙәр. Бының өсөн ойоштороусылар грант алыуға федераль конкурста ҡатнашырға теләй. Ярҙам ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн өҫтәмә объекттар һатып алыу мөмкинлеге бирәсәк.
Бынан тыш, ҡунаҡтарҙың ял ваҡытын файҙалы ойоштороу буйынса тағы ла пландар бар. "Пинвуд парк" һәм "Урман көсө" - Сапсан ҡасабаһында эш башларға торған ике проект. Старт өсөн улар ҙа инфраструктураны тәьмин итеү, модулле йорттар һатып алыу һәм биләмәне төҙөкләндерә башлау өсөн грант рәүешендә ярҙамға иҫәп тота.
"Йәшел яр" - Успенка ауылында бер нисә йыл эшләгән глэмпинг. Хәҙер уның етәкселеге лә грант аҡсаһын йәлеп итеп, үҫешен дауам итергә ниәтләй.
Эшҡыуарҙарға - уңыштар! Туристарға - яҡшы ял!
Фото: Администрация Муниципального района Благовещенский район.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас