Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Января 2025, 18:50

Тура юл асыҡ!

Бөгөн Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел йылғаһы аша боҙ кисеүе асылды.

Тура юл асыҡ!Тура юл асыҡ!
Тура юл асыҡ!

Йөк күтәреүсәнлек - 5 тоннаға тиклем, кисеүҙең оҙонлоғо 800 м. Боҙҙоң ҡалынлығы 39-41 см.

Хөрмәтле граждандар! Боҙ кисеүе аша хәрәкәт иткәндә кисеү алдында торған бөтә мәғлүмәт билдәләренең талаптарын теүәл үтәгеҙ. Боҙға аҡрын ғына, һелкенеүҙәрһеҙ инегеҙ, тормозға баҫмағыҙ.

Хәүефһеҙлек ҡайыштарын ысҡындырығыҙ.

Боҙ өҫтөндә туҡтарға, ҡапыл ынтылырға, боролорға, башҡа машиналарҙы уҙырға, яғыулыҡ ҡойорға ярамай.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

 

Тура юл асыҡ!
Тура юл асыҡ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас