Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Января 2025, 07:02

Баланың ғүмере өҙөлгән...

Кисә Стәрлетамаҡ-Красноусол юлында үлемесле авария булған.

Баланың ғүмере өҙөлгән...Баланың ғүмере өҙөлгән...
Баланың ғүмере өҙөлгән...

Билдәле булыуынса, "Лада Гранта" менән "Киа Рио" бәрелешеп, "Лада"ның пассажиры, туғыҙ йәшлек ҡыҙ, ауыр йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. 39 йәшлек әсәһе дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "Киа"нан да ике бала йәрәхәтләнгән. Улар ҙа дауаханаға ебәрелгән.

Фажиғә буйынса тикшереү бара.

Әлеге ваҡытта һауа шарттарының насарайыуы - ҡар яуыуы, температураның түбәнәйеүе, елдең көсәйеүе күҙәтелә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Бындай һауа шарттарында водителдәргә юлдарҙа айырыуса уяу һәм һаҡ булырға кәрәк. Шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылып тороу, ҡаланан ситкә сығыуҙы ла уңайлы осорға күсереп тороу кәңәш ителә. Юлға сығыу мотлаҡ кәрәк булһа, автомобилдең техник яҡтан төҙөк булыуына инанырға һәм юлда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә кәрәк. Бындай һауа торошонда балаларҙы машина салонында йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек сараларын иҫтә тотоу айырыуса мөһим: бәләкәстәр - креслола ултырырға, өлкәнерәктәр хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән булырға тейеш. 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472

Баланың ғүмере өҙөлгән...
Баланың ғүмере өҙөлгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас