Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Января 2025, 05:37

Һаулыҡтарын нығытыу урынына – ағыуланғандар

Әле ял йортон прокуратура тикшерә.

Һаулыҡтарын нығытыу урынына – ағыуланғандарҺаулыҡтарын нығытыу урынына – ағыуланғандар
Һаулыҡтарын нығытыу урынына – ағыуланғандар

 Асҡын районының «Танып» шифаханаһында ял итеүселәр ағыуланған. Әлеге ваҡытта урында район прокуроры Нияз Фәйезов эшләй.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, бер нисә кеше үҙен насар тоя һәм табиптарға мөрәжәғәт итә.

Сирләүселәрҙең норовирустан зыян күреүҙәре билдәле була.

Прокуратура

хеҙмәткәрҙәре «Роспотребнадзор» менән бергә аҙыҡ-түлек продукцияһы өлгөләрен, һыуҙы, биологик материалды аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәренән  тикшереү өсөн шифаханаға юлланған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас