Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2025, 08:42

69 кеше ковид менән ауырыған

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны уҙған аҙнала 69 кеше тәшкил иткән. 

69 кеше ковид менән ауырыған69 кеше ковид менән ауырыған
69 кеше ковид менән ауырыған

  Әлеге көндә 709 кеше амбулатор рәүештә ковидтан дауалана, 92 пациент дауаханала сиргә ҡаршы көрәшә.  Вирустың таралыу коэфицциенты – 0,9.   Был хаҡта БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Уҙған аҙнала 322 “Ашығыс ярҙам” бригадаһы 23 мең саҡырыу буйынса пациентҡа барған, шуларҙың 92 проценты 20 минут эсендә тәғәйенләнгән урынға барып еткән.

19,35 мең тапҡыр табиптарҙы йортҡа саҡыртҡандар. Шулай уҡ 674,5 мең кеше табипҡа яҙылған.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас