Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2025, 16:00

БЕР РӘХМӘТ

Ярҙам итә алған саҡта башҡаларға, Һин уйлама, унда минең юҡ тип эшем, Ихлас күңел, яҡты йөҙөң күрһәтһәң дә, Рәхмәт уҡыр һиңә көнө ҡалған кеше. Мең бәләнән ҡотҡарыр бер рәхмәт, тиеп, Боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Һәр ваҡытта бер-беренә терәк булып, Ауырлыҡты бер кешеләй күтәргәндәр. Ауыл менән өмә әйтеп йорт һалғандар, Улдарына ҡыҙ әйттереп, килен алғандар. Йәйләүҙәрҙә бейә көтөп, ҡымыҙ бешеп, Ҡурай тартып, моңло йырҙар йырлағандар. Кәбән ҡойоп, һуғым малы ашатҡандар, Туй үткәреп, бәпес туйы яһағандар. Ғүмер буйы дуҫлыҡ шулай дауам иткән, Матур йола беҙҙең көнгә килеп еткән. Күп уйлама, өмөт итмә, хатта көтмә, Ярҙамыңа хаҡ алырға ул кешенән. Бер рәхмәте шул әҙәмдең мең ҡотҡарыр, Һәм сығарыр ауыр саҡта ут эсенән! Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

БЕР РӘХМӘТБЕР РӘХМӘТ
БЕР РӘХМӘТ

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас