Яуап: Ҡан баҫымын мотлаҡ төшөшөргә кәрәк. Ул ҡан тамырҙарының сәләмәтлеген һаҡлап алып ҡалырға, организмды инсульттан һәм инфарктан ҡотҡарырға ярҙам итә. Бында башҡа фекер булыуы мөмкин түгел. Ә бәхәстәргә килгәндә, ул медицина фәне менән шөғөлләнеүсе профессионалдар араһында ғына булыуы ихтимал. Ғөмүмән, 30 йәштән һуң, борсоймы-борсомаймы, ҡан баҫымын даими үлсәп торорға кәрәк. Бының өсөн һәр өйҙә тонометрҙың булыуы шарт. Ҡан баҫымы күтәрелгән осраҡта иһә кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡан баҫымы ваҡытҡа, кешенең эмоциональ торошона, эшләүенә йәиһә ял итеүенә ҡарап үҙгәреп тора. Тәүлек әйләнәһенә терегемөш бағанаһының 10 мм сиктәрендә бәүелеп тороуы норма һанала. Шуға күрә, дөрөҫ итеп билдәләү өсөн, үлсәр алдынан 10-15 минут ял итеп алырға һәм өс минут арауығы менән өс тапҡыр үлсәргә кәңәш ителә. Кемдәрҙең ҡан баҫымы күтәрелеүгә табан бара, уны иртәле-кисле үлсәргә онотмаһын.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.