Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Января 2025, 14:00

Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?

 Ҡышҡыһын  юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле,  һаҡһыҙлыҡтан тән йәрәхәттәре алыу ихтималлығы бермә-бер арта. Атлап китеп барғанда тайып ҡолап та бәләгә ҡалыу мөмкин.   Тайып ҡолау, айырыуса өлкәндәр өсөн хәүефле, сөнки  оло һөйәк мурт, һынып барыусан була.

Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?
Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?

 

  Әлбиттә, бер кемгә лә уны теләмәйбеҙ. Шулай ҙа һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, тигән, үҙебеҙгә ипләп йөрөргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тоторға өйрәнергә кәрәк.

 Иң тәү сиратта тайғаҡ табанлы аяҡ кейеме кеймәҫкә кәрәк.

Таяҡҡа  йәиһә ҡулсатырға таянып йөрөү ҙә тайып ҡолауҙан һаҡланыуға булышлыҡ итә.

Ҡышҡы кейем   йылы ла, уңайлы ла булырға тейеш. Сөнки тайып киткәндә, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙы болғап нисек тә ҡоламаҫҡа тырышабыҙ. Бына шул саҡта кейем хәрәкәтте сикләргә тейеш түгел. Тар итәк, салбар, шулай уҡ оҙон ауыр тундар ҙа аяҡ араһында буталып, тигеҙлекте һаҡларға ҡамасаулауы ихтимал.

Атлап йөрөгәндә алға эйелеберәк, ашыҡмай йөрөргә кәңәш ителә.

Ҙур, ауыр сумкаларҙы күтәрмәҫкә тырышырға, сөнки  ул аҫҡа тартып, кәүҙәне тигеҙ тоторға мөмкинлек бирмәй. Иң уңайлыһы – уны арҡаға аҫып йөрөү.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас