Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2025, 06:23

Шифалы ванналар

Яңынан тыуғығыҙ килһә, шифалы үләндәр менән ванна инегеҙ!

Шифалы ванналарШифалы ванналар
Шифалы ванналар

 Бөтнөк үләне һалынған ванна арығанда яҡшы.  100 – 200 г ҡоро япраҡҡа 5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтегеҙ.  Һуңынан һөҙөп,  ваннаға ҡойоғоҙ һәм һыуыҡ һыу өҫтәгеҙ. Ваннаны 10 – 15 минут инергә кәрәк.

Үҙегеҙҙе насарыраҡ тойғанда ылыҫлы ванна һәм мелисса менән әҙерләнгәне файҙалы. Тәүгеһе ҡан әйләнешен яҡшырта, икенсеһе  тынысландыра. Ваннала 10 минут ятыу ҙа етә. Һуңынан ҡул һәм аяҡ бармаҡтарына массаж эшләп алығыҙ һәм сайынып ҡоро таҫтамал менән уранығыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас