Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2025, 13:00

Мандарин ашарғамы, юҡмы?

 Яңы йылды мандаринһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тап ошо ҡышҡы мәлдә был емеште күпләп ашап алабыҙ шикелле. Ә бына уның файҙаһы һәм зыяны хаҡында уйланғанығыҙ бармы?

Мандарин ашарғамы, юҡмы?Мандарин ашарғамы, юҡмы?
Мандарин ашарғамы, юҡмы?

Файҙаһы күберәк

Мандариндың файҙаһы һәм зыяны менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдар   шундай һығымтаға килгән: файҙалы үҙенсәлектәре  зыянына ҡарғанда күпкә күберәк.  Беренсенән, ул С, РР, Е, К, В1, В3, В6, А витаминдарына бай. Икенсенән, был көньяҡ емешенең составында  минералдар  күп. А витамины һәм зеаксантин һәм лютеин күҙ нервыһы структураһына ыңғай йоғонто яһай. Лютеин  күҙ селтәренең алмаштырығыһыҙ компоненты булһа, зеаксантин төҫтәрҙе ҡабул итеү процесында ҡатнаша. Көнөнә бер-ике мандарин ашаһаң, күҙ нервыһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Әммә уны күпләп ашамағанда ғына күҙҙәр өсөн файҙаһы бар.

Был цитрус емешенең ашҡаҙан-эсәк таркты өсөн дә файҙаһы булыуы асыҡланған. Беренсенән, аппетитты күтәрә, икенсенән, аш эшкәртеү процесын көйләүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ үт ҡыуығында һәм бауырҙа үҙгәрештәр булғанда майҙарҙы үҙләштереү процесына ыңғай йоғонто яһай. Эсәктәр өсөн файҙалы матдәләрҙең күп булыуы  дисбактериоздан яҡшы. Метеоризмдан, эс ҡатыуҙан, диареянан файҙаһы тейә.

Эсәктәргә файҙаһы булһын өсөн уны ашағандан һуң бер-икене ашау ҙа етә. Аппетит түбән булғанда 0,25 стакан мандарин һуты эсергә ҡушалар.  Төрлө инфекция ауырыуынан көнөнә өс тапҡыр  0,5 стакан мандарин һуты эсергә мөмкин. Һалҡын тейҙереп ауырығанда берәр стакан  эсһәң дә ярай.

Емештең составындағы аскорбин, лимон кислотаһы, цинк һәм фосфор ир-егеттәрҙең простата биҙенең эшмәкәрлеген, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем циклын көйләргә ярҙам итә. Көнөнә ике мандарин ашағанда  енси  органдар тирәһендә ҡан әйләнеше яҡшыра.

  Кемдәргә ашарға ярамай?

Зыянына килгәндә, төп ғиллә – мандариндарҙы күп ашарға ярамай.     Сөнки күпләп ҡулланғанда, уның файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, аскорбин һәм лимон кислотаһы артыҡ булғанда, аллергия тыуҙыра, бигерәк тә ул балалар өсөн көслө аллерген булып тора. Шулай уҡ  ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын елһетеүе мөмкин.   Ашҡаҙан һәм бөйәндең  эсәк сей яраһы менән ауырыусыларға был емеште бөтөнләй ҡулланыу тыйыла. Кемдәрҙең бөйөрөндә   таштары бар, уларға ла цитрус емештәренән баш тартырға кәрәк. Таштың ҡуҙғыуы ихтимал, был осраҡта бик ныҡ ауыртыу барлыҡҡа килә, уны оператив юл менән генә дауалап була.

Диабетиктарға ла мандариндың файҙаһынан зыяны күберәк, сөнки составында улар өсөн зыянлы  глюкоза һәм башҡа углеводтар бар.

Шулай итеп, ҡайһы бер ауырыуҙарҙан мандариндың шифаһы тейһә, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаған осраҡтары ла юҡ түгел.  Иң төп кәңәш: емеште ашар алдынан яҡшы итеп йыуығыҙ, файҙаһы күберәк булыр һәм сама белеп ҡулланығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас