Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2025, 11:29

Баҡалыла -- яңы ФАП

Баҡалы районының Ахман ауылында ФАП асылды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр итте.

Баҡалыла -- яңы ФАПБаҡалыла -- яңы ФАП
Баҡалыла -- яңы ФАП

 Әйткәндәй, бөгөн уның Баҡалы районында эшләүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Яңы фельдшер-акушер пункты –2024 йылда республикала ҡуйылған 109 модулле ФАП-тың береһе. Фельдшер пункты бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Иң мөһиме - фельдшер бар. Ауылдаштарының сәләмәтлеге тураһында Клара Купцова хәстәрлек күрә. Хәҙер беҙ ауыл медицинаһын кадрҙар менән тәьмин итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Оло йәштәге фельдшерҙарға алмашҡа йәш белгестәр әҙерләргә кәрәк. Колледждарға ҙур иғтибар бирәбеҙ, райондарҙа уларҙың филиалдарын асабыҙ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас