"Бөгөн Иҫке Монасип ауыл советы биләмәһе ир-егеттәре эшләгән мунсаны Яңы Монасип егете Айгиз Шәрипов "Белорусь" тракторы менән район үҙәгенә алып килеп тапшырҙы.
Райондың ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев мунса кәрәклеге хаҡында Айгизгә хәбәр иткәс тә, ул ауыл биләмәһе халҡынан аҡса йыйыу эшен ойоштора.
- Халыҡ аҡсалата ла, ҡул көсө менән дә берҙәм, дәррәү ярҙам итте. Илгизәр Сәғитов, Рәмис Хәлитов таҡта менән тәьмин итһәләр, уларҙы Кәрим Бикмәтов һәм Ҡәҙим Муллағолов йышып бирҙе. Ә иретеп йәбештереү эштәрен Маргиз Әмирханов менән Ғәзинур Вәлиев башҡарҙы. Таңатар Шәрипов мейес менән ярҙам итте. Шулай уҡ, ошо мунсаны эшләүгә гаражын биреп торҙо. Рам менән тәгәрмәсте атайым Фәнис Шәриповтан алдыҡ. Мунсаны эшләүҙә ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Муллағолов, Родион Шәрипов, Рәжәп Ҡунафин, Данис Ибәтуллин, Вәлит Теләүбаев һәм башҡалар ярҙам итте, - ти ул.
Киләһе гуманитар ылау менән яугир егеттәргә өс мунса ебәрергә планлаштырыла. Ҡалған икәүһен ғәлиәкбәрҙәр һәм байназарҙар эшләү өҫтөндә.
Тағы ла Херсон өлкәһендәге башҡорт егеттәренә "УАЗ" автомашинаһы тапшырыласаҡ. Уны "Роснефть" ойошмаһы бирһә, Байназар егете Тимур Ишбулатов ремонтлап алып килеп тә тапшырған.
Афариндар!
МХО-ла йөрөүсе яугирҙарҙың көнкүрешен еңеләйтеү маҡсатынан башҡарылған изге эштәрҙең сауаптары насип булһын!"-тип хәбәр итә райондың "Таң"гәзите.
Фото: Бөрйән районының "Таң"гәзите.