+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2025, 16:00
АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ ӘЛЕ ТАҒЫ...
Ауылыма ҡайттым әле тағы Оло юлдан Һаҡмар үренә. Урам буйлап теҙелешкән өйҙәр Элеккесә таныш күренә. Бала саҡтан мине белгән шул йорт Уйланған кешеләй тын тора. Әсәй ҙә юҡ күптән, атай ҙа юҡ, Сит-яттар бында ғүмер ҡора. Урам эсе элеккесә кеүек, Тик хәҙер бында үҫмәй үлән. Быҙау ҡармарлыҡ та үҫенте юҡ, Ел шаяра тупраҡ-саң менән. Бында яңы быуын үҙҙәренсә Тормош йомғаҡтарын һүтәләр. Был йәштәргә ни әйтәһең инде, Үҙҙәренсә донъя көтәләр. Кисен төштөм Таулы шишмәһенә, Шул уҡ йылға, шул уҡ ҡамыштар. Йырлашып үттеләр арғы ярҙан, Моңдар таныш, тик ят тауыштар. Шуны белдем: минең нағыштар Ятып ҡалған икән алыҫта... Борис Хәйретдинов
АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ ӘЛЕ ТАҒЫ...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"