Яҙҙарға ышанысым юҡ,-
Яҙ көнө уйнайһыңдыр,
Бер уйнап ҡалыр миҙгел, тип,
Үҙеңсә уйлайһыңдыр.
Йәйҙәрен йәшел аҡланда
Сәскәләр йыяһыңдыр,
Сәскә сағым үткән, тиеп,
Үҙеңде тыяһыңдыр.
Көҙ көнөндә кинәт кенә
Килергә уйлайһыңдыр,
Ә вокзалға еткәс, гелән
Поезға һуңлайһыңдыр...
...Беләм — бер ни уйламайһың,
Онотҡанһыңдыр инде.
Һин булып —
(күңел дарья бит!) —
Уйлап ҡарағым килде...